«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырау төшә, диҡҡәтле булығыҙ



02.09.2019 Ҡырау төшә, диҡҡәтле булығыҙ

Иртәгә республикала ҡырау төшөүе ихтимал. Был хаҡта синоптиктар хәбәр итә.

Урыны менән болотло, ямғыр яуасаҡ. Төнөн термометр +2 градусҡаса төшөр. Аяҙайтҡанда айырым урындарҙа -3 градус самаһы булып, ҡырау күҙәтелер.

Баҡсағыҙҙағы уңышты һаҡлау яғын хәстәрләгеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға