«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туҡайҙың Шүрәлеһен урлағандар!



02.09.2019 Туҡайҙың Шүрәлеһен урлағандар!

Татарстандың Әлмәт ҡалаһында “Ҡарурманда” скульптураһының бер өлөшөн урлағандар.


Был һәйкәл Ғабдулла Туҡайҙың әҫәрҙәре нигеҙендә төҙөлгән – велосипедта китеп барған шағир үҙе һәм уның алдында Шүрәле ултырған кәрзинде һынландыра. Яңыраҡ вандалдар кәрзинде Шүрәлеһе-ниһе менән бергә йолҡоп алып киткән.

“Был хәлгә шаһит булыусыларҙы йәки белеүселәрҙе эҙләйбеҙ. Был скульптура беҙҙең ҡала өсөн ныҡ мөһим”, - тип мөрәжәғәт итәләр Әлмәт паблигында.

Эске эштәр министрлығы әлеге уңайҙан тикшереү эшен башлаған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға