«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гол индер ҙә машина ал



02.09.2019 Гол индер ҙә машина ал

Грозныйҙың «Әхмәт» футбол клубы президенты уҙған уйында уңышҡа ҡаҙанған тәрбиәләнеүсеһенә еңел автомобиль бүләк итте.
Урындағы команда чемпионат дебютантына 0:1 иҫәбенә отолоп килгәндә, «Әхмәт»тең ярымһаҡсыһы Бернарду Берише иҫәпте тигеҙләп, осрашыуҙы ҡотҡарып ҡала. Шул уңайҙан клуб етәкселеге легионерҙы Hyundai Solaris маркалы автомобилен бүләк итә.
Һигеҙ турҙан һуң Грозный командаһы 8 мәрәй менән 12-се урынды биләй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға