«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй волейболсылары сирекфиналға сыҡты



01.09.2019 Рәсәй волейболсылары сирекфиналға сыҡты

Рәсәй йыйылма ҡатын-ҡыҙ волейбол командаһы Европа беренселегенең сирекфиналына сыҡты.
Улар 1/8 финалда Бельгия волейболсыларын 3:1 (25:22, 25:15, 21:25, 25:22) иҫәбенә отто. Беҙҙекеләрҙән Наталья Гончарова уңышлы уйнап, 30 мәрәй йыйҙы. Ксения Порубец та еңеүгә тос өлөш индереп, 17 мәрәйле булды. Сирекфинал уйындары 4 сентябрь буласаҡ



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға