«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Поветкин WBA International билбауын яуланы



01.09.2019 Поветкин WBA International билбауын яуланы

Рәсәй бокссыһы Александр Поветкин бөтө донъя бокс ассоциацияһы версияһы чемпионы титулы өсөн Хьюи Фьюрины еңеп, WBA International билбауын яуланы.
Иртәгә 40 йәшен билдәләйәсәк Поветкин дәғүәсеһен 12 рунд һөҙөмтәһе буйынса судьяларҙың берҙәм тауышы менән отто. Хәҙер уның профессиональ рингта 34 еңеү булды. Бынан бер йыл элек Александр өс билбау өсөн булған алышта Энтони Джошуаға техник нокаут менән еңелгәйне.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға