«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй баскетболсылары еңеүҙән башланы



31.08.2019 Рәсәй баскетболсылары еңеүҙән башланы

Ҡытайҙа баскетбол буйынса Донъя кубогы уйындары старт алды.
Рәсәй йыйылма командаһы төркөм осрашыуының беренсе уйынын Нигерия командаһы менән уҙғарҙы. Беҙҙекеләр уларҙы 82:77 иҫәбенә отоп, турнирҙы уңышлы башланы. 2 сентябрь Рәсәй баскетболсылары Көньяҡ Корея менән уйнаһа, Нигерия иһә Аргентина менән көс һынашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға