«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » СССР заманындағы беренсе легионер



31.08.2019 СССР заманындағы беренсе легионер

СССР футболсыларынан беренсе булып сит ил клубында уйнаған билдәле Сергей Шавлоға 4 сентябрь 63 йәш тула.
Украинала тыуып урындағы «Трубник», һуңынан Латвияның «Электроне» менән «Даугаве» клубтарында сынығыу алған ярымһаҡсы, 1977 йылда «Спартак» командаһына саҡырыу ала. Улар составында 223 осрашыу уҙғарып, 45 туп индерә. СССР беренселеге чемпионы булып, дүрт тапҡыр көмөш миҙал призеры ла була. 1986 йылда «Торпедо» командаһына күсеп, улар менән СССР кубогын яулай. Киләһе йылына Союз футболсыларынан официаль рәүештә беренсе булып Австрияның «Рапид» клубында уйнай башлай. Ул заманда «Рапид»ты урындағы коммунистар ҡурсалай. Шуға ла Шавлоны Советтар компартияһы тәҡдим итеп, уны Австрияға ебәрә. Улар менән дә чемпион була. Сит ерҙә ун миҙгел уҙғарып, карьераһын тамамлағас урындағы командаларҙы шөғөлләндерә. 2004 йылда Рәсәйгә ҡайта һәм «Спартак» клубында эшләй. Оҙаҡ тормай командалағы аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында китергә мәжбүр була.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға