«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Социаль селтәрҙәге сәхифәне ваттырмаҫ өсөн кәңәштәр



30.08.2019 Социаль селтәрҙәге сәхифәне ваттырмаҫ өсөн кәңәштәр

Социаль селтәрҙә көн дә тиерлек дуҫтарҙан берәүҙең сәхифәһен ватып торалар. Быны спам – хәбәр ебәреү йәки шикле һөйләшеү башлап ебәреүҙән аңларға мөмкин. Тағыла аҡса һорап яҙып башты ҡатыра алдаҡсылар. Мут әҙәмдәрҙең тоҙағына ҡапмаҫ өсөн 5 кәңәш:


Ике факторлы аутентификация үтергә кәрәк – аккаунтҡа инеү өсөн пароль һәм код индерергә. Код смс йәки электрон почта аша килә. Бының өсөн “Хәүефһеҙлек” (“Безопасность”) бүлегенә инеп, ике факторлы аутентификацияны ҡабыҙығыҙ.

Социаль селтәр аша башҡа ҡушымталарға һәм сайттарға инеү өсөн авторизация үтмәгеҙ.

Һәр социаль селтәр өсөн айырым логин һәм пароль ҡулланығыҙ.

Компьютерығыҙға антивирус программаһын урынлаштырығыҙ.

Кәрәк булған программа һәм ҡушымталарҙы тиа рәсми сайттарҙан ғына алығыҙ.




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға