«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Мәктәп карта»лары буласаҡ.



30.08.2019 «Мәктәп карта»лары буласаҡ.


Баш ҡала мәктәптәре ошоғаса мәктәптә баланың туҡланыуы өсөн « Аксиома» системаһы аша түләй ине. Хәҙер тағы ла яңы туҡланыу системаһына күсәбеҙ- уҡыусыларға « Мәктәп карта» лары таратыласаҡ. Уның аша уҡыусының туҡланыуы, юлда йөрөүе өсөн түләү башҡарыласаҡ. Был әйбер аша ата- әсәләр баланың ҡасан мәктәпкә килеүен һәм ҡайтып китеүен белеп торасаҡ.
2 сентябргә 250 мең карта таратыласаҡ, октябрь аҙағына – 350 мең.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға