«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәнә ҡурҡыныс авария



30.08.2019 Йәнә ҡурҡыныс авария



29 август көнө иртәнсәк Өфө –Инйәр – Белорет трассаһында ҙур юл фажиғәһе булған. «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы килеүсе фураға бәрелгән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль юлдан ситкә сығып осҡан. Уның 27 йәшлек водителе менән 23 йәшлек пассажир ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә төбәк юлдарында ете авария теркәлгән. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ, әммә 10 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға