«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » КХЛ-ды НХЛ-ға алмаштырам ти...



30.08.2019 КХЛ-ды НХЛ-ға алмаштырам ти...

Уҙған миҙгел «Салауат Юлае» командаһы составында уңышлы ғына сығыш яһаған һөжүмсе Антон Бурдасов әлегә НХЛ-дың бер клубы менән дә килешеү төҙөй алмаған.
Яңыраҡ ул НХЛ-дың «Филадельфия» етәкселеге менән уртаҡ фекергә килә алманы. 27 йәшлек хоккейсы әйтеүенсә, әле уға тағы ике клуб ҡыҙыҡһыныу белдергән. Нисек кенә булмаһын, эшһеҙ ҡалған Бурдасов, моғайын яҡын арала үҙенә урын табып, көйәрмәндәрен ҡыуандырыр.
Уҙған миҙгел Антон өфөләр өсөн 52 осрашыуҙа 19 шайба индереп, 12-ндә уға булышлыҡ итә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға