«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кавдивизияла булған яугирҙар тураһында хәбәр итегеҙ!



29.08.2019 Кавдивизияла булған яугирҙар тураһында хәбәр итегеҙ!


Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Хөкүмәте, БР Милли, Хәрби дан музейҙары «Шайморатов вариҫтары» тип аталған халыҡ акцияһын үткәрә. Уның сиктәрендә 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары, уларҙың биографияһы тураһында мәғлүмәт йыйыласаҡ. Ғаилә архивтарында, мәктәп музейҙарында кавалеристар тураһында яҙмаларығыҙ булһа, хәбәр итегеҙ. Халыҡтан тупланған материалдар буйынса «Шайморатовсылар – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар яугирҙары» тип аталған биографик белешмә нәшер ителәсәк. Бынан тыш, проектҡа ярашлы данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткәндәрҙең тыуған ауылдарында мемориаль таҡтаташтар, мәктәптәрҙә стендтар ҡуйыласаҡ, телевидениела Рәсәй төбәктәре, БДБ илдәре менән телекүперҙәр булдырып, телемарафон ойоштороласаҡ.
Анкеталар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ВКонтакте сайтындағы төркөмөндә урынлаштырылған. Уны тултырып, shaymuratov120@yandex.ru электрон адресына йәки почта аша түбәндәге адресҡа: 450015, Уфа, ул. Революционная, 43, Всемирный курултай башкир (акция «Шаймуратовцы») ебәрегеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға