«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер китеп, бер киләләр...



29.08.2019 Бер китеп, бер киләләр...

Рәсәй йыйылма командаһының элекке ярымһаҡсыһы, яңыраҡ ҡына карьераһына нөктә ҡуйыуы тураһында иғлан иткән Александр Самедов, йәнә уйнауы хаҡында белдергән.
35 йәшлек футболсы Рәсәй беренселегенең дүртенсе дивизионында сығыш яһаған «Знамя» клубы составына барып юлыҡҡан.
Самедовтың һуңғы профессиональ командаһы булып «Крылья Советов» клубы һанала. Уға тикелм ул «Спартак», «Локомотив», «Динамо» һәм «Мәскәү» өсөн уйнай. Төп команда составында 53 осрашыу уҙғарып, 7 тапҡыр уңышҡа өлгәшә.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға