«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы Федераль бюджет милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлешле



29.08.2019 Яңы Федераль бюджет милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлешле

Әле РФ Хөкүмәтендә 2020 - 2022 йылға Федераль бюджет проекты әҙерләнә.

Премьер-министр Дмитрий Медведев белдереүенсә, ул социаль йүнәлешле булыуын һаҡлай һәм башлыса милли проекттарҙың маҡсатына ирешеүгә ориентир тота.

Бигерәк тә тыуымды күтәреү, әҙ килемле ғаиләләргә булышлыҡ итеү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙы бөтөрөүгә ҡаҙна аҡсалары байтаҡ айырып һалынасаҡ.

Милли проекттарҙың 12 икәнен беләбеҙ. Улар эсендә бәләкәйерәк, әммә мөһим проекттар етерлек. Иң төп маҡсат - Рәсәй халҡының йәшәйешен яҡшыртыу һәм иҡтисадты күтәреү.

Өс йыллыҡ бюджетта поликлиникалар эшен яҡшыртыуға, ФАП-тарға ярҙам буйынса эштәргә аҡса бүленә. Һәм, әлбиттә, төрлө ауыр сиргә ҡаршы көрәшкә күп көс һәм аҡса һалынасаҡ.

Медведев әйтеүенсә, халыҡты диспансерлаштырыуға йәлеп итеү ҙә әүҙемләшәсәк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға