«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Быйыл урман янғындары артҡан



28.08.2019 Быйыл урман янғындары артҡан


Быйыл республикала 149 урман янғындары теркәлгән. Уларҙа 2100 гектар урман янған. Былтыр1000 гектар ерҙә 123 янғын булған. «Ҡыҙыл әтәс»тән айырыуса Йылайыр, Бөрйән, Учалы райондары зыян күргән. Ут сығыуҙың сәбәбе- туристарҙың һүндерелмәгән усаҡ ҡалдырып китеүе, ҡыу үләнгә тәмәке төпсөгө ташлауы .54 осраҡта ут ҡоро йәшендәр арҡаһында сыҡҡан.
Урман хужалығына 4,5 млн һум зыян килгән. Урман янғындары авиапатруль, йыһандан тикшереү , пилотһыҙ осоусы аппараттар менән тикшерелә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға