«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хуш, йәй, һаумы, көҙ: алдағы көндәргә һауа торошо



28.08.2019 Хуш, йәй, һаумы, көҙ: алдағы көндәргә һауа торошо

Алдағы ике көндә, йәғни 29 һәм 30 августа, ямғыр фаразлана. Ел дә бар. Һауа температураһы төндә +3,+8, көндөҙ +9, +14 градус була.

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, республикала ял көндәрендә - болотло, урыны менән ямғыр яуа. Температура төндә 5 - 7, көндөҙ 10 - 12 градус йылы.

Көҙ башы йылы көндәр менән ҡыуандырмай. Күбеһенсә ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ +16 градусҡаса, төндә +6-нан +11-гә тиклем.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға