«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Итте йомшаҡ итеп ҡыҙҙырыу өсөн өс рецепт



28.08.2019 Итте йомшаҡ итеп ҡыҙҙырыу өсөн өс рецепт

1. Кивилы маринад. Ике кивины ҡабығынан әрсеп, эре ҡырғыстан үткәрергә кәрәк. Тоҙ, тәмләткестәр ҡушып, итте ярты сәғәт ошо маринадта тотарға һәм табала ҡыҙҙырырға кәрәк.


2. Һөтлө маринад. Был шашлыҡ өсөн уңай: 500 мл кефир, 500 мл минераль һыу, тоҙ, борос һәм тәмләткестәр алына. Ошо маринадта 2-4 сәғәт итте тоторға кәрәк.

3. Горчицалы маринад. Киҫәкләп туралған иткә горчица һыларға, борос һибергә һәм бер сәғәт тоторға кәрәк. Һуңынан өҫтөнә һыра ҡойоп, тағы 2-3 сәғәткә ултыртып ҡуйырға.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға