«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 14 йәшлек ҡыҙ тиҫтеренә сәнскән



28.08.2019 14 йәшлек ҡыҙ тиҫтеренә сәнскән

Кисә Өфөнөң Дан бульвары туҡталышынан алыҫ түгел ерҙә ике үҫмер ҡыҙ мөнәсәбәт асыҡлаған.

Күреүселәр һөйләүенсә, хәл кискә табан булған, ҡыҙҙар арыу ғына ҡысҡырышҡан. Береһе икенсеһенең аяғына бысаҡ менән сәнскән. Һәм шундуҡ ҡасҡан.

Яралы ҡыҙыҡайҙы дауаханаға алып киткәндәр. Енәйәт сәбәптәре асыҡлана.

Хәҙер урам уртаһында балалар ҙа бер-береһенә ҡорал (бысаҡ - һалҡын ҡорал) менән һөжүм итә. Был донъя ҡайҙа бара?!






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға