«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Урал батыр ере"ндә экологик өмә буласаҡ



28.08.2019 "Урал батыр ере"ндә экологик өмә буласаҡ

Башҡортостан Европа мираҫы аҙналығына ҡушыла. 1 сентябрҙән 14 октябргә тиклем проектта ҡатнашыусы илдәр – ә был тотош Европа дәүләте – мәҙәни мираҫ объекттарында асыҡ ишектәр көнө, тематик уҡыу программалары һәм экскурсиялар үткәрә.


Республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге лә ошо уңайҙан саралар циклы әҙерләне. Теләге булған һәр кем сентябрҙең шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Бөрйәндәге “Шүлгәнташ мәмерйәһе” һәм Баймаҡ районындағы “Ирәндек” музейы-ҡурсаулыҡтарында ҡуйылған экспозициялар менән таныша ала. Инеү бушлай. Асыҡ ишектәр көнө программаһында музей-ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең ғилми эшмәкәрлеге менән танышыу, фәнни-популяр фильмдар ҡарау мөмкинлеге лә ҡаралған.

14 сентябрҙә “Урал батыр ере” мәҙәни мираҫ объекты биләмәһендә Шүлгән йылғаһы үҙәнен таҙартыу буйынса экологик өмә ойошторола. Күләмле сарала мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау менән шөғөләнгән ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы ҡатнаша. Шүлгәнташ мәмерйәһенә ағып төшкән һыуҙы бысратыуға юл ҡуймаҫ өсөн өмә барышында иң элек Сумған мәмерйәһе ауыҙы таҙартыласаҡ.

Мираҫ аҙналығы Шүлгәнташта боронғо һүрәттәр табылыуына 60 йыл тулыуға арналған фотокүргәҙмә менән тамамлана. Ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, тәбиғәт ҡомартҡыһына барыһы ла ҡаялағы һүрәттәрҙе күрергә тип килә лә, ҡараңғылыҡ арҡаһында мәмерйәнең үҙенең матурлығын күрмәй. Таш ҡыуышлығындағы ҡабатланмаҫ һыҙаттар, сталактит һәм сталагмиттар, рәшәткә, өсмөйөш кеүек һәм башҡа ғәжәйеп биҙәктәрҙе профессиональ фоторәссамдар күҙе менән күреп буласаҡ. Фотоэкспозиция БР Милли музейында 1 октябрҙә асыла.

Европа мираҫы аҙналығының милли кураторы – Д. Лихачев исемендәге Рәсәй мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ ғилми-тикшеренеү институты.

Аҙналыҡ сиктәрендә үткән саралар Европа советы рәсми сайтының интерактив картаһында күрһәтелә һәм урындағы мәҙәни мираҫ объекттарын популярлаштырыуға, сит ил һәм Рәсәй туристарын йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Теләгән һәр кем Европа мираҫы аҙналығына ҡушыла ала, ти ғилми-етештереү үҙәге матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айгөл Шәрәфетдинова.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға