«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй волейболсылары тәүгә еңелеү кисерҙе



27.08.2019 Рәсәй волейболсылары тәүгә еңелеү кисерҙе

Волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында барған Европа чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы тәүгә еңелеү кисерҙе.
Улар төркөм осрашыуының өсөнсө уйынында Германия командаһына 3:2 иҫәбенә отолдо. Быға тиклем беҙҙекеләр Беларусь менән Швейцария һылыуҙарын бер үк 3:0 иҫәбенә алдырғайны. Иртәгә Рәсәй волейболсылары Испания уйынсылары менән көс һынашасаҡ. Әлеге беҙҙекеләр иҫәбендә ете мәрәй һәм икенсе урын. Юғарыла - немкалар (һигеҙ мәрәй).
Рәсәй ҡыҙҙары Европа беренселегендә алты тапҡыр еңеүсе була.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға