«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң шәп һауынсы – Башҡортостандан



27.08.2019 Иң шәп һауынсы – Башҡортостандан



Башҡортостанда XXVII Бөтә Рәсәй һауынсылар конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Абсолют еңеүсе исеменә һәм төп призға – «Лада Гранта» автомобиленә «Алексеевский» совхозынан Юрий Гордов лайыҡ булды. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сарала Рәсәйҙең 55 төбәгенән 60 һауынсы ҡатнашҡан. Улар һыйырҙарҙы машинала һауыу буйынса көс һынашты.
Юрий Гордов 9 йыл һауынсы булып эшләй. Был еңеүен ул иң ҙуры тип баһалай.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға