«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Биш проект грант яуланы



27.08.2019 Биш проект грант яуланы

Ҡырымдың Судак ҡалаһында "Таврида АРТ" фестивале гөрләп үтте.

Унда Башҡортостан йәштәре лә ҡатнашты һәм лайыҡлы сығыш яһаны.
Беҙҙекеләр дөйөм суммаһы өс миллион һумға яҡын биш грант яулаған. Кисә берәр миллион һумлыҡ ике грант яулау хаҡында "Арғымаҡ" төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов хәбәр иткәйне инде.

Еңеүсе проекттар араһында ҡыҫҡа метражлы һәм документаль фильмдар, спектаклдәр, заманса сәнғәт һәм бейеү фестивалдәре, веб-сериалдар һәм башҡалар бар.

Биш грант шулар:
- Конторщиков Семён - «CYBER SHOW «ЭРА УРАЛА» проекты - 1 000 000 һум;
- Нәзиров Айрат - «Кумыс-Фест» - 1 000 000;
- Юдин Александр - «Лица Победы» - 500 000;
- Мәмбәтова Әлфинә - «Лаборатория успеха» - 255 000;
- Рибенчук Юлия - «Мастерская «Быть нужным - просто» - 210 000.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға