«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Неймарға 35 миллион евро кәрәк



24.08.2019 Неймарға 35 миллион евро кәрәк

Бразилия йыйылма командаһының билдәле футболсыһы Неймар буласаҡ клубында йылына 35 миллион евро алып уйнамаҡсы булған.
Ул әлеге ваҡытта Францияның ПСЖ командаһында һаналып, улар өсөн сығыш яһағаны юҡ. Уҙған миҙгел һөжүмсе улар өсөн 28 осрашыуҙа 23 туп индергән. Килешеүе ПСЖ менән 2022 йылда тамамланырға тейеш ине. Әгәр контрактын өҙһәләр, 27 йәшлек уйынсыға “Барселона” менән “Реал” клубтары дәғүә итә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға