«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еңел быу менән!



23.08.2019 Еңел быу менән!






Еңел быу менән!
Эш аҙнаһы бөтөп, ялдар етеү менән күңел ауылға ашыға. Эх, тиҙ генә ҡайтып мунса инеп килергә ине... Ялымды мунсаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым шул. Ваннала, йәки душ аҫтында ҡойоноу менән хушһынмайым. Рәхәтләнеп мунса инеп, яңы ғына айыртылған хуш еҫле бал һәм тәмле үлән сәйҙәре экәндән һуң үҙемде яңынан тыуғандай хис итәм!!!
Быйыл хатта ҡырағай мунсала (күсмә мунсала) йыуыныу бәхете лә эләкте әле миңә. Ғәҙәттә, бындай мунсаны йылға буйында эшләйҙәр. Ни өсөн тигәндә,ҡыҙыу ташҡа бер аҙ һыу һибеп, быу һулап сабынғандан һуң йүгереп сығып йылғаға сумаһың. Ә рәхәтлеге ... әйтеп бөтөргөһөҙ. Бер аҙ йөҙөп алғас, тағы ла ҡырағай мунсаға инеп йылынырға мөмкин.
Ғөмүмән, мунсаның ниндәйе лә тотош организмға файҙалы һәм төрлө сир-сырхауҙан да арындыра. Мунсала тән температураһы күтәрелә, һөҙөмтәлә әселәндереү процесы, матдәләр алышыныу көсәйә. Күпләп тир бүленеп сығыуы организмды шлактарҙан таҙарта, бөйөр эшмәкәрлеген еңеләйтә, тире капиллярҙары ҡан менән тула, ҡан әйләнеше яҡшыра.
Мунсалағы быу ҙа мөһим роль үтәй, ул һауаны зарарһыҙландыра. Уның файҙаһын тағы ла артырам тиһәгеҙ ябай һыу урынына төрлө үләндәр төнәтмәһе һибергә була. Ҡайнатманы ла, һыуҙы ла ташҡа әҙләп кенә һибергә кәңәш ителә!.
Мунсала миндек төп атрибуттарҙың береһе икәне бер кемгә лә сер түгел. Миндектең дә төрлөһө була һәм улар төрлөсә тәҫьир итә.
Ҡайын миндеге мускулдар һәм быуындар һыҙлауын баҫа, тирене төрлө сабыртмаларҙан таҙарта, яраларҙы бөтәштерә, кәйефте күтәрә. Уны ҡулланғанда үпкәләрҙә һауа алышыныуы һәйбәтәйә.
Имән миндеге майлы тирене таҙарта, артериаль баҫымдың күтәрелеүенә юл ҡуймай, нервы көсөргәнешенән арындыра.

Йүкә миндеген һыуыҡ тейгәндә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә, баш ауыртыуы баҫыла, тән температураһы төшә, ул бөйөрҙәр эшмәкәрлеген дә яҡшырта.
Аҡ шыршы (пихта) һәм артыш миндеге һауаны таҙарта, ларингит, бронхит,гриптан файҙалы.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға