«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радикулит йонсотһа…



23.08.2019 Радикулит йонсотһа…



• Ауырыуҙы йөҙтүбән һалып, биленә ике ҡап артыҡ ваҡ булмаған тоҙ һибергә, өҫтөнә 8 ҡат итеп бөкләнгән еүеш марля һалырға. Үтекте ҡыҙҙырырға һәм һүндереп марля өҫтөнә ҡуйырға. Бер аҙ билде сәнсеп-сәнсеп алыр. Һуңынан үтекте алып, тоҙҙоң һыуынғанын көтөргә һәм йәнә марляны еүешләп һалып, процедураны ҡабатларға. Бер йылытыу 30 минут самаһы дауам итә. Өс көндән ауыртыу үтә.
• Үтә күренмәгән шешәгә 100 мл спирт ҡойорға (одеколон да ярай) һәм шунда уҡ 5 әсе борос ҡуҙағы һалырға һәм 2 бәләкәй шешә 3 процентлы йод иретмәһе һәм 2 флакон бесәй үләне төнәтмәһе өҫтәргә. Бөтәһен бергә бутап, бер тәүлек тоторға. Һуңынан йоҡлар алдынан нәҙек ҡыл ҡәләм менән арҡаға сетка төшөрөп, йылы яулыҡ ябырға.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға