«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртә



23.08.2019 Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртә


Әле бәшмәк миҙгеле. Быйыл уңған, тиҙәр. Бәшмәкселәр яратҡан ризығын эҙләп урман ҡыҙыра. Әммә һаҡ булырға кәрәк, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртеүенсә, тап ошо осорҙа бәшмәк менән ағыуланыусылар күбәйә һәм ул бик насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ағыулы бәшмәк кенә түгел, дөрөҫ әҙерләмәгәндә ашарға яраҡлы бәшмәк тә зыянлы булыуы мөмкин. Шулай уҡ экологияһы насар төбәктәр ҙә үҫкән бәшмәктәр ҙә зарарлы.
Әлбиттә, иң ҡурҡынысы – ағыулы бәшмәк (бледная поганка). Уның менән ағыуланған осраҡта, ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөрмәгәндә, кеше ғүмеренә хәүеф янай. Үлемесле итеп ағыуланыу өсөн оло кешегә бер бәшмәк тә етә. Ундағы ағыулы матдәләр эшкәрткәндән һуң да бер нисә йыл дауамында шул килеш һаҡлана.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға