«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йөрәк тибеше...



22.08.2019 Йөрәк тибеше...


Минең өс танышымдың ҡайһы бер эске органдары - донорҙарҙыҡы. Көн дә үлем сигендә йәшәгәндәрендә, уларҙың ғүмерен башҡа берәүҙәрҙең һәләк булыуы ҡотҡарған. Был турала Итондарҙың ғаиләһенә килеп ҡағылған фажиғә иҫләтте...

Теүәл бер йыл элек, 2018 йылдың авгусында, Иллинойс штатында йәшәгән ике йәшлек Кэш Лэндерс осраҡлы рәүештә бассейнға йығылып төшөп, алты көн үткәс, дауаханала йән бирә. Уның әсәһе Брук Итон, ҡан һыҡраған йөрәген усына ҡыҫып, балаҡайының органдарын башҡаларға күсерергә ризалыҡ биреп, бер нисә сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡала.

Реципиенттарҙың береһе Лола Бонд. Ул "кардиомиопатия" тип аталған һирәк йөрәк сире менән тыуа. Һәр көн, һәр мәл уның өсөн һуңғыһы булыуы мөмкин икәнен белеү олатаһы менән өләсәһенә әйтеп-аңлатып бөткөһөҙ ҡайғы килтерә.

2018 йылдың 3 сентябрендә, Лолаға биш ай тулғанда, уның опекундарына, олатаһы менән өләсәһенә, тейешле орган табылыуы хаҡында хәбәр итәләр. Икенсе көндө үк операция үткәрәләр.

Әлеге ваҡытта 16 айлыҡ Лоланың хәле арыу, ул йәштәштәренән ҡалышмай үҫә. Ләкин Лолаға, организмы донор органын ситкә типмәһен өсөн, ғүмер буйына махсус препараттар ҡабул итергә кәрәк, ә ҙурайғас, бәлки, тағы бер донор йөрәге талап ителеүе ихтимал.

Кэш менән Лоланың, донор менән реципиенттың ғаиләләре, үҙ-ара бәйләнеш булдырып, ошоға тиклем хат алышҡандар. Һәм яңыраҡ осрашырға килешкәндәр.
Брук үҙенең 4 йәшлек ҡыҙы Сьерра менән Миннесотаға килеп, Лола күҙәтелгән дауаханаға барған.

«Бүлмәгә индем дә, илап ебәрҙем. Лоланы күреү менән, уны яраттым», — ти Итон. Ул сабыйҙы алдына ултыртып, стетоскоп ярҙамында Лоланың күкрәгендә типкән Кэштың йөрәген тыңлаған.

«Мин улымдың йөрәген тыңлап, бәхетле инем, - ти Итон. - Хәҙер уның ғүмере Лолала дауам иткәнен беләм».

Улы Кэштың йөрәк тибешен яҙып алып ҡайтҡан әсә теләгән ваҡытта ул аудиояҙманы тыңлай ала. Был донъялағы иң гүзәл тауыш, тип йыуана әсә...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға