«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ



22.08.2019 Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ

Мәскәү онкологтары Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында бер аҙна буйы халыҡты ҡараясаҡ. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә илдең баш ҡалаһынан дүрт мамолог Стәрлетамаҡ ҡалаһында кешеләрҙе ҡабул итәсәк. Радиология буйынса федераль үҙәк табиптары, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш онкологы Андрей Каприн етәкселегендә «Онкопатруль» акцияһына ҡушылып, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының ҙур предприятиеларында яман шештәрҙе иртәрәк асыҡлау маҡсатында, онкоскрининг һәм диагностика үткәрәсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға