«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дмитрий Сычев уйнап туймаған әле



21.08.2019 Дмитрий Сычев уйнап туймаған әле

Рәсәй йыйылма командаһының элекке билдәле футболсыҺы Дмитрий Сычев яратҡан шөғөлөнән китмәйәсәген белдереп, оҙаҡламай уйнарға сығасағын белдергән.
35 йәшлек һөжүмсе әлеге ваҡытта ниндәйҙер клуб менән килешеү өҫтөндә эшләй. Сычев заманында “Локомотив” командаһы составында Рәсәй кубогы һәм суперкубогын яулай. Шулай уҡ “Спартак”, “Марсель” (Франция) һәм “Динамо” (Минск) клубтары өсөн сығыш яһай.
Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа беренселеге призеры ла була.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға