«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стэнли кубогы Новосибирскиҙа ҡунаҡта булды



19.08.2019 Стэнли кубогы Новосибирскиҙа ҡунаҡта булды

Уҙған миҙгел НХЛ-дың «Сент-Луиз-Блюз» командаһы составында Стэнли кубогын яулаған Рәсәй хоккейсыһы Владимир Тарасенко, кубокты тыуған яғына Новосибирскиға алып килде.
«Себер» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе уҙған миҙгел клубы өсөн 70 уйын уҙғарып, 33 гол индерә һәм 16-нда уға булышлыҡ итә. Плей-оффта иһә, 26 уйында 11 тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, 6-нда пас бирә.
Уҙған шәмбелә кубок Мәскәүҙә булып китә. Уны унда шулай уҡ «Сент-Луиз-Блюз»да уйнаған Иван Барбашев алып килеп күрһәтә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға