«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Медведев еңде, Кузнецоваға хәл етеңкерәмәне



19.08.2019 Медведев еңде, Кузнецоваға хәл етеңкерәмәне

Рәсәй тенниссыһы Даниил Медведев Цанцинаттаҙа уҙған «Мастерс» турнирында еңеүсе булып, үҙ карьераһында тәүгә ошондай кимәлдәге ярышта ҙур уңышҡа ҡаҙанды.
Ул финалда Бельгия спортсыһы Давид Гоффинды ике партияла отоп, хәҙер донъя рейтингы буйынса биш көслө тенниссы исемлегенә инде.
Ә бына шул уҡ турнирҙа ҡатнашҡан икенсе бер вәкилебеҙ Светлана Кузнецоваға финалда турнир хужабикәһе Мэдисон Кизға саҡ ҡына хәле етеңкерәмәне. Ул уға 5:7, 6:7 иҫәбенә отолдо. Шуға ҡарамаҫтан Кузнецова ярыш барышында икенсе һәм өсөнсө ракеткаларҙы еңеп, хәҙер 153-сө урындан 62-се урынға күтәрелде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға