«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Игбун "Өфө"гә еңеү килтерә



18.08.2019 Игбун "Өфө"гә еңеү килтерә

Рәсәй Премьер-лигаһының алтынсы турында “Өфө” футболсылары үҙендә чемпионат лидерҙарының береһе – “Ростов” командаһын 2:0 иҫәбенә еңде.
Хужараҙың ике тубын да Нигерия легионеры Игбун (һүрәттә) индерҙе. Ҡунаҡтар быға тиклем “Зенит” кеүек отолғаны булмай. Хәҙер беҙҙең клуб ете мәрәй менән турнир таблицаһының 10-сы баҫҡысына күтәрелде. Киләһе турҙа “Өфө” командаһы беренселек лидеры – “Зенит”ты ҡабул итәсәк. “Зенит” иһә әлеге турҙа “Сочи” уйынсылары менән 0:0 иҫәбенә уйнаны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға