«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Совет майҙанында машиналар ер аҫтына китәсәк



18.08.2019 Совет майҙанында машиналар ер аҫтына китәсәк

Баш ҡаланың Совет майҙанында автомобилдәр өсөн туҡталҡа ер аҫтына күсереләсәк. Ә өҫтә комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған һәйкәл ҡуйылып, сквер ҡороласаҡ.

Бының туралағы ҡарар Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтына һалынған. Документтк муниципалитет ер аҫты туҡталҡаһы проектын эшләүгә рөхсәт бирелеүе яҙылған. Эштәрҙе башҡарасаҡ подрядсы быйыл һайланып аласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - Совет майҙанын иҫтәлекле урынға әйләндереү һәм уны бар халыҡ урыны итеү идеяһы менән Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға