«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мин китте, тип ҡайғырырҙар...



18.08.2019 Мин китте, тип ҡайғырырҙар...




Бөгөн төндә Ульяновск өлкәһенең Патрикеево ауылында 16 йәшлек Тимерлан Камалетдинов үҙенең яҡындарын балта менән сапҡылап үлтергән. 69 йәшлек олатай, 62 йәшлек өләсәй, 42 йәшлек әсәй менән дүрт йәшлек игеҙәктәрҙең ғүмерен шулай аяуһыҙ өҙгәс, ул үҙе лә үҙенә ҡул һалған.

Үҫмер тик "бишле" билдәләренә уҡыған, олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған, "Умники и умницы" конкурсында ла ҡатнашҡан.

"Минең үлемемде ауыр кисереп, ғазапланмаһындар өсөн, уларҙы үҙем менән бергә алып китәм", тигән яҙыу ҡалдырған.

Был фажиғә алдынан үҫмер дуҫына, әсәйем менән игеҙәктәр (малай менән ҡыҙ) мине яратмайҙар, тип аудио ебәргән. Ә олатай менән өләсәй ярата ла бит, тик уларҙы ла үҙем менән алып китергә тура килә инде, юғиһә ныҡ ҡайғырырҙар, тип эс серҙәре менән бүлешкән...

Хоҡуҡ һаҡлау органдары, үҫмерҙә психик сирҙең барлығы-юҡлығын тикшерә.

Дуҫтары үҫмерҙе яҡшы холоҡло, алсаҡ ине, тип ҡылыҡһырлай. "Бер ваҡытта ла бер кемде ҡыйырһытманы, компьютер уйындарын ныҡ яратты", тиҙәр. Мәктәптә лә уҡыусыны тыныс, ипле, аҡыллы, беҙҙең ғорурлыҡ ине, тип маҡтайҙар.

Ғаилә менән яҡын ҡатышҡан ҡатындың һүҙҙәре буйынса, Тимерлан өйҙә артыҡ һөйләшеп бармаһа ла, үҙен һәр саҡ тыныс тотҡан. «Әсәһенең, Маринаның, уға ҡысҡырғаны булманы, үҙ-ара мөнәсәбәттәре яҡшы ине. Өләсәй ейәнен өҙөлөп яратты, Тимурҙың исемен теленән төшөрмәне. Һәм бына уның рәхмәте», — ти шаҡ ҡатҡан был ҡатын.

Тимерландың атаһы эсергә яратҡан. Улы беренсе синыфҡа уҡырға барғас, ул ғаиләһен ташлап сығып киткән булған. Ғаилә пособие һәм пенсия аҡсаһына йәшәгән...

Үрҙәге фотола: Тимерлан (уртала) иптәштәре менән; бер нисә йыл элек әсәһе һәм игеҙәктәр менән.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға