«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Федеррер артынан Джокович та "осто..."



18.08.2019 Федеррер артынан Джокович та "осто..."

АҠШ-тың Цинциннатиҙа барған “Мастерс” турнирында ике финалда ла Рәсәй вәкилдәре көс һынашасаҡ.
Башта ҡатын-ҡыҙ араһынан Светлана Кузнецова донъя рейтингы буйынса икенсе урында торған Эшли Бартины еңеп, төп уйынға путевка яулаһа, һуңынан ир-аттарҙан Даниил Медведев та билдәле Сербия тенниссыһы, беренсе ракетка Новак Джоковичты өс партияла алдырып, хәҙер финалда Бельгия спортсыһы Давид Гоффин менән уйнаясаҡ. Медведев әлегә дүрт турнирҙа еңеүсе булған.
Турнирҙың дөйөм призовой фонды - 5 669 360 долларға тиң.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға