«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәил Сарбаев кампус тураһында нимә тине?



16.08.2019 Рәил Сарбаев кампус тураһында нимә тине?

Өфөлә тиҙҙән ҙур төҙөлөш башланасаҡ.

Баш ҡалабыҙҙа йәш ғалимдар, студенттар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн вуз-ара кампус төҙөләсәк. Эштәрҙе 2021 йылда башлау күҙаллана.

Был хаҡта бөгөн Республика педагогтары кәңәшмәһендә Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Рәил Сарбаев әйтте.

Кампуста ғилми үҙәк, технопарк, торлаҡ зонаһы буласаҡ.

Майҙаны сама менән 125 мең кв.м булыуы планлаштырыла. Шуның 23 меңен торлаҡ алып торасаҡ.

Кампус торлағында 5,5 мең кеше йәшәй ала.

Проект хаҡы - 11 миллиард һум. Шуның 80 процентын федераль ҡаҙнана алырға самалайҙар.

Төҙөлөш урыны - Өфөнөң Дим районында. Ҡалаға тиклем, бәлки, Ағиҙел аша аҫылмалы күпер ҙә эшләрҙәр әле.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға