«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рублев Федерерҙы “епбәрҙе...”



16.08.2019 Рублев Федерерҙы “епбәрҙе...”

Рәсәй тенниссыһы Андрей Рублев данлыҡлы Роджер Федерерҙы еңеп, Цинциннатиҙа барған турнирҙың дүртенсе әйләнешенә сыҡты.
21 йәшлек спортсы донъя рейтингы буйынса икенсе урында килгән Швейцария тенниссыһын ике партияла – 6:3, 6:4 иҫәбенә отто. “Мастерс” турнирының ярымфиналына сығар өсөн ул яҡташы Даниил Медведев менән уйнаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға