«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Урал"ға Сербия легионеры килә



15.08.2019 "Урал"ға Сербия легионеры килә

Республикабыҙҙың “Урал” волейбол командаһы киләһе миҙгелгә әҙерлек эштәрен дауам итеп, составты нығытыу йәһәтенән, Сербия легионеры Никола Йовович менән килешеү төҙөнө.
27 йәшлек волейболсы үҙ карьераһында Сербия. Италия, Германия һәм Төркиә чемпионаттарында ҡатнашып, Сербия, Италия, Төркиә беренселектәрендә көмөш миҙал яулап, Германия кубогын ике тапҡыр яулай.
Сербия йыйылма командаһы составында донъя лигаһында еңеүсе булып, Европа беренселегендә ике тапҡыр бронза миҙал яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға