«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ливерпуль» Европаның суперкубогын яуланы



15.08.2019 «Ливерпуль» Европаның суперкубогын яуланы

Төркиәлә футбол буйынса Европа суперкубогы өсөн Англияның «Ливерпуль» һәм «Челси» командалары араһында осрашыу булып уҙҙы.
Төп ваҡыт 1:1 иҫәбенә тамамланғас, өҫтәмә осорҙа ла дәғүәселәр еңеүсене асыҡлай алманы. 95-се минутта «Ливерпуль» футболсылары алға сыға, тик 6 минут үтеүгә уйынды хөкүм иткән ҡатын-ҡыҙ бригадаһы «Ливерпуль» капҡаһына пенальти тәғәйенләй. Һәм «Челси» клубы булған мөмкинлеген оҫта файҙаланып, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Еңеүсене асыҡлар өсөн пенальти серияһында әлеге лә баяғы тәүгеләре оҫтараҡ булып, төп кубокты үҙ тарихында дүртенсе тапҡыр яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға