«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙеке тәмлерәк барыбер



14.08.2019 Беҙҙеке тәмлерәк барыбер

Рәсәйҙә иң тәмле бал ҡайҙа? Беҙҙең яуап хор менән булыр, эйеме? Әлбиттә, беҙҙеке!

Ысынлап та, илдә етештерелгән иң тәмле балдар исемлегендә башҡорт балы беренсе урында килә.

Бөгөн христиандар Медовый спас байрамын билдәләй икән. Шуға ҡарата Tvil.ru ял итеү өсөн торлаҡ бронләү сервисы һорашыуҙар үткәргән.

Башҡорт балы өсөн респонденттарҙың 28,71 проценты тауыш биргән. Икенсе урында - Ҡырым балы. Уны 19,8 процент кеше иң тәмлеһе тип баһалаған. Өсөнсөлә - Алтай балы (14,84 процент).

Беләһегеҙ, беҙҙең бренд-бал Федераль таможня реестрында интеллектуаль милек объекты булараҡ теркәлгән.

Балыбыҙҙы хатта халыҡ-ара йыһан станцияһына ла алып китәләр!






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға