«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Краснодар» командаһы «Порту»ны «йыҡты…»



14.08.2019 «Краснодар» командаһы «Порту»ны «йыҡты…»

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһының өсөнсө квалификацин раунд уйындары булып уҙҙы.
Беҙҙең «Краснодар» командаһы икенсе осрашыуҙа «Порту» клубын 3:2 иҫәбенә отоп, ике уйын һөҙөмтәһе буйынса киләһе турға сыҡты. Улар төркөм бәйгеһенә эләгер өсөн киләһе хәл иткес уйында Грецияның «Олимпиакос» уйынсылары менән көс һынашасаҡ.
Әгер беҙҙекеләр сыға ҡалһа, Чемпиондар лигаһында уларҙан тыш, «Зенит» менән «Локомотив» командалары ла ҡатнашасаҡ.
Шулай уҡ киләһе раундта «Динамо» (Хорватия) — «Русенборг», ЧФР — «Славия» (Чехия), «Янг Бойз» (Швейцария) — «Црвена Звезда», АПОЭЛ — «Аякс», ЛАСК — «Брюгге» клубтары үҙ ара уйнаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға