«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Роналду һаман наградаға туймай...



13.08.2019 Роналду һаман наградаға туймай...

Италияның «Ювентус» клубында сығыш яһаған данлыҡлы Криштиану Роналду һәр ваҡыт үҙенә маҡсат итеп – команда менән беренсе урынды алыуҙы ҡуя.
«Аҡсаға күптән мохтажлыҡ кисергәнем юҡ. Командам менән күберәк үрҙәр яулайһы килә. Мин әле награда алыуҙан туйманым. Үҙемдең исемемде донъя футбол тарихына мәңгелләштергем килә».
34 йәшлек Португалия һөжүмсеһе донъяла иң шәп футболсы булараҡ, биш тапҡыр «Алтын туп» наградаһы менән бүләкләнә. Ул уҙған миҙгел «Реал»дан Италия чемпионатына күсеп килә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға