«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туберкулез һаман бармы ни ул?!



13.08.2019 Туберкулез һаман бармы ни ул?!

Былтыр Башгҡортостанда табиптар 1615 кешелә туберкулез ауырыуының актив формаһын тапҡан. Был хаҡта UfaTime.ru баҫмаһы хәбәр итә. Унда әйтелеүенсә, республикала туберкулез менән ауырыусылар һаны 100 кешегә 39,7 кеше тәшкил иткән. Барлығы йыл аҙағына 3783 кешенең диспансерҙарҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында булыуы билдәле.
Волга буйы федераль округында иһә 12706 кешенең туберкулез менән сирләүе асыҡланған. Был 2017 йылға ҡарағанда 1386 кешегә әҙерәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға