«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй ир-ат волейболсылары Токиола уйнаясаҡ



13.08.2019 Рәсәй ир-ат волейболсылары Токиола уйнаясаҡ

Рәсәй йыйылма командаһы волейболсылары 2020 йылда буласаҡ Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашырға хокуҡ яуланы.
Яңыраҡ улар уҙған квалификацион төркөм турнирҙа ҡатнашып, хәл иткес уйында Иран командаһын өс партияла еңде һәм тура путевкаға эйә булды. Шулай уҡ төп ярышҡа беҙҙекеләрҙән тыш, Бразилия, Аргентина, Италия, Польша һәм АҠШ волейболсылары сыҡты.
Быға тиклем беҙҙең ҡыҙҙар ҙа Олимпия уйындарына путевка яулағайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға