«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әлфинәлә икенсе көмөш миҙал!



10.08.2019 Әлфинәлә икенсе көмөш миҙал!

Әле генә Учалы ҡалаһының 1-се һанлы башҡорт лицейы уҡыусыһы Әлфинә Фәхретдинованың тағы бер еңеүе тураһында хәбәр килеп етте!

17 йәшлек спортсы ҡыҙ билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты һәм беренселегендә икенсе көмөш миҙалды яуланы бит!

Өс тапҡыр самбо буйынса БР беренселегендә "алтын" миҙал алған самбист, дзюдоист ҡыҙ яҙын Шаран районында тәүге тапҡыр билбау көрәше буйынса республика кимәлендәге ярышта ҡатнашып, пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Унан һуң апрель айында Һарытауҙа Рәсәй беренселегендә "көмөш" миҙал менән наградланды. Донъя кимәлендәге ярышта ла яҡташыбыҙ һынатманы, үҙенең көсөн, таһыллығын тулыһынса аҡланы! Әлфинәне тәрбиәләгән апаһы Эльвира Саҙрыеваның әйтеүенсә, Әлфинә ныҡышмалы ҡыҙ, алдына алғанды ҡуймай, шуға ла уңыштарға өлгәшә. Ай, афарин!

Әлфинәнең тренеры, башҡорт рухлы Александр Шумковтың нисек ҡыуанғанын күҙ алдына килтерәбеҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға