«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 8 август



10.08.2019 Юл фажиғәләре - 8 август


8 август көнө, республика юлдарында 8 автомобиль аварияһы теркәлеп, 8 кеше яралар алған.

Көндөҙ Бәләбәй районында 68 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында кесе юлдан оло юлға сыҡҡанда машиналарға юл бирергә кәрәклеген онотамы шул... Һөҙөмтәлә ул "Renault Sandero"-ға бәрелә. Фотонан күреүегеҙсә, "Лада" әллә ҡайҙа барып оса. Водителе, әлбиттә, тән йәрәхәттәре алған.

Өфөлә, Черниковкала, кискә ҡарай "Chery SQR" (водителе 29 йәшлек ир) менән ВАЗ-2114 машинаһы төртөлә. ВАЗ-дың да водителе лә, әйткәндәй, 29 йәшлек ҡатын. Водителдәргә кескәй шаңҡыуҙан башҡа бер ни булмаған, ә ВАЗ-дағы 30 йәшлек пассажир ҡатын травмалар алып, дауаханаға эләккән.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға