«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юрий Шевчук ҡәҙерле кешеһен ерләне



09.08.2019 Юрий Шевчук ҡәҙерле кешеһен ерләне

Легендар яҡташыбыҙ оло юғалтыу кисерҙе

"ДДТ" төркөмө солисы Юрий Шевчуктың әсәһе мәрхүм булды. Фәниә Әкрәм ҡыҙы Шевчук - рәссам, оҙаҡ йылдар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студенттарға белем бирҙе. Әйткәндәй, йырсы үҙе лә ошо уҡыу йортон тамамлаған.

Юрий Шевчук ҡәҙерле кешеһе менән бәхилләшергә ҡайтты. Барлыҡ тыңлаусылары исеменән ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға