«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Юлдаш”ҡа нисек реклама бирергә?



13.08.2019 “Юлдаш”ҡа нисек реклама бирергә?

“Юлдаш” радиоһына мөрәжәғәт итеүселәр араһында: “Рекламаны һеҙгә нисек бирергә була?” – тип һораусылар етерлек. Күптәр төрлө мәғлүмәтте интернет селтәрҙәрендә эҙләүгә күсһә лә, радио аша яңғырағанының үҙенә күрә өҫтөнлөгө бар.

Күҙҙәргә ҡарағанда, ҡолаҡ­тар аша беҙ мәғлүмәтте ти­ҙерәк ҡабул итәбеҙ. Иҫтә ҡал­дырыуға килгәндә лә, ишеткән әйбер хәтерҙә 45 секунд тирә­һе һаҡлана, ә күҙҙәргә салын­ғаны, кәрәге юҡ, тип һаналһа, бер секундтан һуң онотола башлай. Ғалимдар фекеренсә, яңы тауарҙарҙың ыңғай сифаттары матур һүҙҙәр аша күңелгә яҡын тауыш менән әйтелһә, беҙ тиҙерәк ышанабыҙ һәм ҡабул итәбеҙ.

Радио аша бирелгән мәғ­лүмәттең тағы бер отошло яғы – ул тыңлаусыларҙың радионы махсус рәүештә түгел, ә нимә менәндер мәшғүл булғанда – эштә, рулдә, йорт-мәшә­ҡәт­тәре менән булышҡанда – тыңлауы. Был ваҡытта мәғ­лүмәт еңел ҡабул ителә.

“Юлдаш”та, башҡа бик күп радиостанцияла кеүек үк, ир­тәнге, төшкө, киске эфир популяр. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙе тәүлек әйләнәһенә тыңлаусы дуҫтарыбыҙҙың күп булыуы арҡаһында, көн барышында төрлө ваҡытта сыҡҡан мәғ­лүмәт тә үҙ тыңлаусыһын та­бып бара. Һауа торошо, яңы­лыҡтар сыҡҡан мәлдә бирел­гәне һө­ҙөмтәле, уйын форма­һындағы, көтөлмәгән фекер менән байытылғаны хәтерҙә нығыраҡ ҡала. Хаҡтарға кил­гәндә, “Юлдаш” радиоһын Баш­­ҡор­тостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә тыңлауҙарын иҫәпкә алырға кәрәк. Тың­лау­сылар, таралыу даирәһе ки­ңерәк булған һайын, реклама биреүселәр өсөн дә ­ ар­та. Йыл­дар дауамында беҙҙең ме­нән ихлас хеҙмәттәшлек иткән ойошмалар быға асыҡ миҫал.

Хаҡтар буйынса тулыраҡ мәғ­­лүмәт­те беҙҙең рәсми сайт­та (www.bash.news) алыр­ға була. Һорауҙарығыҙҙы 2628808@mail.ru адресына яҙа алаһығыҙ. Реклама бүлегенең телефоны: 8 (347) 262-88-08. Һеҙ эшләгеҙ, беҙ эшегеҙҙе күрһәтергә, халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә әҙер. Беҙ бергә!





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға