«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Подчуфарова биатлонға ҡайтмаҡсы булған



11.08.2019 Подчуфарова биатлонға ҡайтмаҡсы булған

Рәсәй биатлонсыһы Ольга Подчуфарова ҡабаттан яратҡан шөғөлөнә ҡайтмаҡсы булған.

2018 йылда спорттан китеүен белдергән 27 йәшлек биатлонсы яңы миҙгелгә әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткән. Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, төп командаға эләгеүҙе маҡсат итеп ҡуймаҡсы. Әгәр килеп сыҡмаһа, шөғөлләнеүен барыбер дауам итәсәген белдергән.

2017 йылда Подчуфарова Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында эстафетала бронза миҙал яулай. Шулай уҡ донъя кубогы этаптарында еңеүсе һәм бер нисә тапҡыр призер ҙа була.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға