«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Килгән туристар сувенирға нимә алырға тип баш ватмаясаҡ...



08.08.2019 Килгән туристар сувенирға нимә алырға тип баш ватмаясаҡ...

Өфөлә "Башҡортостандың туристик сувениры" республика конкурсы үтте.

Тәҡдим ителгән эштәрҙе "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов етәкселегендәге эскперт комиссияһы баһаланы. "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының Меркатор фонында кеше башы төшөрөлгән "Хан" сувенир продукцияһы бәйгелә беренсе урынды яуланы. Артефакттың төп нөсхәһе музей-ҡурсаулығы фондтарында һаҡлана, ул VII-VIII быуаттарға ҡарай. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество һәм республиканың Хәрби дан музейҙарының сувенирҙары 2-се, 3-сө урындарҙы бүлеште.

Еңеүселәр октябрҙә Һарытауҙа үтәсәк "Туристик сувенир-2019" Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы финалында ҡатнаша.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға